Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы асыҡ ишектәр көнөн үткәрә

“Урмансылар ишек аса” Бөтөн Рәсәй акцияһы сиктәрендә БР-ҙың Урман хужалығы министрлығы 21 мартта мәктәп уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарына “Асыҡ ишектәр көнөн” уҙғара.

Фото №1 - Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы асыҡ ишектәр көнөн үткәрә

Урман хужалығы министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, экскурсия ваҡытында уҡыусылар урман эше тураһында мәғлүмәт аласаҡ, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә янғындар һәм урман өлкәһендәге енәйәттәр тураһында хәбәрҙәр ҡабул иткән диспетчер үҙәге менән танышасаҡ.

Волна
Акции БСТ