Быйыл ҡар әҙ яуған

Ағиҙел һәм Өфө йылғалары бассейнындағы ҡарҙың уртаса ҡалынлығы 35 миллиметр, был норманан 49% әҙерәк, тип хәбәр итә Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин.

Фото №1 - Быйыл ҡар әҙ яуған

“Башинформ” мәғлүмәте буйынса, ҡар әҙлегенә ҡарамаҫтан, ҡала буйынса яҙғы ташҡынға ҡаршы 28 штаб, 12 күҙәтеү посы, 54 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған.

Рәсим Абдуллин: “Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янамай. Әгәр һыу кимәле 5,2 метрҙан күтәрелһә, Дим районындағы Романовка һәм Ленин районындағы Козарез урамы араһындағы автомобиль юлы һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал”.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ