Үзбәкстанға ҡайтыусыларға юлды кем түләй?

Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары идаралығы үткән ял көндәрендә республиканан 11 сит ил гражданын сығарған.

Фото №1 - Үзбәкстанға ҡайтыусыларға юлды кем түләй?

Тейешле документтарһыҙ Башҡортостан ерендә эш менән шөғөлләнгән сит ил граждандары административ штраф түләп тыуған яғына ҡайтарыла. Улар юл хаҡы өсөн сарыф ителгән аҡса дәүләт ҡазнаһынан алына һәм был сумма шунда кире ҡайтарылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары идаралығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Үзбәкстан кешеһенә ҡуртымға фатир биргәне өсөн Шишмә ауылы йәшәүсеһе яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уға ҡарата Шишмә районы суды административ штраф түләү сараһын күргән. Шулай уҡ уның йортонда йәшәүсе мигрантты ҡайтарыуға сарыф ителгән 18 900 һумды ла фатир хужаһы түләргә тейеш.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ