Һыйыр һауғансы аҡса урлағандар

Күгәрсен районында аҡса урлағандар. Барыһына ла аҡса юғалтыусының әхирәте ғәйепле булып сыҡты.

Фото №1 - Һыйыр һауғансы аҡса урлағандар

Ул көндө хужа йортонда байрам булған, шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта ҡунаҡтарҙы тикшерә башлаған. Шик аҫтында ҡатындың әхирәте булып сыҡҡан. Байрам ҡыҙған саҡта, хужабикә һыйырының һауылмай торғанлығын иҫенә төшөрә. Ярҙамға ул әхирәтен саҡыра, эш бөткәс, әхирәте бер ыңғай матрас аҫтында ятҡан 4 мең һум аҡса менән бер киҫәк ит урлап алып киткән.

Участка полицияһы был йомаҡты сисеп бурҙың йортона килгәнсе, ул итте бешереп ашап та ҡуйған, ә аҡсаны тотоноп бөткән.

Ҡараҡҡа ҡарата енәйәт эше асылған.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ