Фототоҙаҡҡа өс мышы эләккән

Башҡортостандың айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең береһендә урынлаштырылған фотоауға өс ҙур мышы эләккән. Видеояҙмала йәнлектәрҙең рәхәтләнеп туҡланғаны күренә.

Айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе дирекцияһы Башҡортостан халҡын ҡырҙа төшөрөлгән йәнлектәрҙең кадрҙары менән ҡыуандырып тора. Мәҫәлән 17 мартта, махсус тағараҡҡа өс мышы килгән.

Йәнлектәр һау-сәләмәт, әммә ныҡ асыҡҡандары күренә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем фототоҙаҡҡа 10 ҡабан сусҡаһы эләккәйне.