Башҡортостанда янғында 64 йәшлек ир һәләк булған

Фажиғә кисә, 20 мартта, Шишмә районында булған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 23:19 сәғәттә янғын һүндереү хеҙмәтенә Шишмә районының Бикәй ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Фажиғә урынына алты янғын һүндереүсе һәм өс махсус техника сыға.

Ут һүндереү сәғәт ярым дауам итә. Һөҙөмтәлә 64 йәшлек ир һәләк булған. Янғын сәбәптәре асыҡлана.