Өфөлә почта хеҙмәткәре аҡса күсереүҙәрен үҙләштереүҙә ғәйепләнә

Үткән йылдың йәйендә Сипайлово биҫтәһенең ҡайһы-бер кешеләре аҡса күсереүҙәрен алмай ҡалған. Бының сәбәптәрен асыҡлар өсөн граждандар полицияға мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Өфөлә почта хеҙмәткәре аҡса күсереүҙәрен үҙләштереүҙә ғәйепләнә

Баҡтиһәң, 24 йәшлек почта хеҙмәткәре клиенттар өсөн документтарҙы тултырып аҡсаларын үҙләштергән. Бындай ысул менән ул 25 мең һум эшләгән. Ҡыҙ үҙ ғәйебен тулыһынса таныны.

Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, енәйәттең деталдәрен судта асыҡлаясаҡтар.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ