Өфөлә 81 йәшлек өләсәһен ейәне уттан ҡотҡарған

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Леваневский урамында ике ҡатлы ағас өй янып киткән. Бәхеткә күрә ҡазаланыусылар юҡ.

Фото №1 - Өфөлә 81 йәшлек өләсәһен ейәне уттан ҡотҡарған

Ҡунаҡҡа килгән Артур Яҡуров өләсәһенең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрә. Хужабикә янғын сыҡҡанын һиҙмәй ҙә үҙ бүлмәһендә йоҡлап ятҡан булған.

Урынға килгән ут һүндереүселәр янғынды тиҙ арала һүндергән, ут күрше йорттарға күсеп өлгөрмәгән.

Янғындың электр селтәренең төҙөк булмауы арҡаһында сығыуы ихтимал.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ