Өфөлә машина менән ағас күрешкән

Кисә, 20 мартта, ҡурҡыныс авария була. “УАЗ-315148” руле артында 21 йәшлек водитель ултырған. Вологодская урамы буйлап Тургенев урамы яғына хәрәкәт иткән ваҡытта ул ағасҡа төкөлә.

Машина водителе ҡаты яралар менән дауаханаға оҙатылған.

Авария сәбәптәре һәм деталдәре асыҡлана.