Бөгөн Халыҡ-ара шиғриәт көнө

Был байрам ЮНЕСКО тарафынан 1999 йылда раҫлана. Байрамдың төп маҡсаты – милли, төбәк һәм халыҡ-ара шиғри хәрәкәткә яңы һулыш өҫтәү.

Бөгөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында был байрамға арналған шиғри сара үтә. Шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге йорт музейҙың барлыҡҡа килеүенең 70 йыллығына арналған конференция башлана.

Халыҡ-ара шиғриәт көнөнә арнап ҡайһы бер башҡорт шағирҙарының илһамлы ижад тураһындағы юлдарын иҫкә алып үтәйек.

Намаҙлығым — ап-аҡ ҡағыҙ,

Йырҙарым — доға минең.

Табынғаным — әҙәбиәт,

Шиғриәт — тотҡан динем.

Салауат Әбүзәр.

О шиғриәт! Фани донъяла

Бөтәһе лә килде-китмәле:

Йөрәк етте һиңә килергә,

Ә китергә аҡыл етмәне.

Назар Нәжми.

Берәүгә һин — нан,

Берәүгә һин — нам,

Берәүгә һин — дан,

Берәүгә һин — ҡан...

Нан да һин миңә,

Нам да һин миңә,

Дан да һин миңә,

Ҡан да һин миңә...

Рәми Ғарипов.