Наурыҙ — иран календареның беренсе көнө, яҙ башы, көн менән төндөң тигеҙләнгән мәле. Бөгөн тереклек уяныу һәм сәскә атыу миҙгеле асыла.
Иранда байрам итеү ғәҙәттә 13 көнгә һуҙыла, уларҙың 5 көнө Наурузды ҡаршылауға һәм туған-дуҫтарҙы ҡотлауға китә. Туғыҙынсы көн — Шахръяран-Науруз (шаһ Наурузы), ун өсөнсө көн Сездах-бедар (фарс. سیزده به در) («Ун өсө өйҙән ситтә») тип билдәле.
Башҡортостанда ғәҙәттә был көндө халыҡ-ара ойошмалар берләшеп байрамды бергә уҙғара.





