Сәсән һәм донъя

26 мартта Өфөлә ошондай исем аҫтында байрам үтә. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына арнала.

Концертты билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Розалия Солтангәрәева ойоштора. Бында М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сәсәндәр мәктәбе, Сәнғәт училищеһының музыканттары һәм республиканың башҡа һүҙ оҫталары майҙан тотасаҡ.

Барлыҡ теләүселәр Кустарная урамы, 17 (Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто) адресы буйынса саҡырыла. Концерт 19:00 башлана.