Бөгөн Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары көнө

Был байрам 2003 йылдан билдәләнә. Ошо көнгә бәйле, Өфө ҡалаһында урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарихын иҫкә төшөрәйек.

Ул Рәсәйҙә тәүгеләрҙән ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Үҙ эшен 1932 йылда башлай.

Төрлө йылдарҙа театр Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә була.

1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда “Һинд легендаһы” спектакле өсөн Джавахарлал Неру исемендәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ була.

Театрҙың бөгөнгө репертуары менән Театрҙың бөгөнгө репертуары менән рәсми сайттарында таныша алаһығыҙ. таныша алаһығыҙ.