“Муниципаль бюджеттың килем өлөшөн арттырыу” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараны республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.

Түңәрәк өҫтәлдә юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, йәштәр ойошмалары лидерҙары, шулай уҡ видеобәйләнеш режимында Дәүләт Думаһы депутаттары, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.

Сара барышында муниципалитеттарҙың килемдәрен арттырыуҙың һөҙөмтәле юлдары тикшерелде. Шул иҫәптән федераль һәм төбәк кимәлендә тейешле закондар кәрәклеге, муниципалитеттарҙың инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген күтәреү өсөн шарттар булдырыу билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай матбуғат-хеҙмәте мәғлүмәте буйынса.