Башҡортостан кикбоксерҙары 14 миҙал яулап ҡайтты

11-16 мартта Мәскәү өлкәһенең Покровск ауылында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғарылды. Ярышҡа илебеҙҙең 32 төбәгенән 900-ҙән ашыу спортсы йыйылды.

Чемпионат ике дисциплинала уҙҙы: “Лайт контакт” һәм “Поинтфайтинг”.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙың йыйылма командаһында 26 спортсы сығыш яһаны.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан төрлө категорияларҙа биш беренсе урын, өс икенсе урын, алты өсөнсө урын яуланы. Шулай уҡ Учалы районынан Артур Мәжитов “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеменә норматив үтәне.