Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы быйылғы йылдың ике айы буйынса иң күп һөт биргән хужалыҡтарҙы билдәләне.
Шулай итеп, алдынғылар сафында Илеш районының “Уңыш”, Ауырғазы районының “Уңыш”, Тәтешле районының “Агро-Танып”, Саҡмағош районының “Герой” һәм Ауырғазы районынан “Салауат” хужалыҡтары.
Шәхси уңыштарҙы лә билдәләп үткәндәр. Ауырғазы районының “Салауат”ынан Светлана Кирилова ике ай эсендә 2186 кг һөт һауған, ул беренсе урында. Икенселә Илеш районынан Әлфиә Фазлыева (2181 кг), өсөнсөлә Рәйсә Хисаметдинова, Ауырғазы районы “Уңыш” хужалығы (2173 кг).
Фото: БР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат-хеҙмәте.





