Сауҙа мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм йәш ғалимдарға Башҡортостан Башлығы гранттарын бүлеү мәсьәләләре бөгөн Республика Хөкүмәте ултырышнда ҡаралды

Кәңәшмә Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үтте. Фекер алышыу барышын хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

«Тәгәрмәсле» магазин Александровка ауылына аҙнаһына бер тапҡыр килә. Урындағы халыҡ ете көнгә етерлек запас алып ҡалырға тырыша. Бигерәк тә икмәк, йәшелсә, һөт һәм ит ризыҡтары яҡшы үтә. Шулай уҡ көндәлек тормоштағы башҡа кәрәк-яраҡтарға ла ихтыяж ҙур. Автокибет килә башлау менән ауылда йәшәү кимәле күпкә яҡшырҙы, ти һатып алыусылар.

Бөгөн бындай автолавкалар республиканың 10 районында эшләй. Программала тәүгеләрҙән булып сауҙа хеҙмәтләндереүен ойоштороу мәсьәләһе киҫкен торған төбәктәр ҡатнашҡан. Күсмә сауҙаны үҫтереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум аҡса бүленгән.

Башҡортостанда сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы автолавкалар менән бер рәттән төпкөлдәргә интернет сауҙаны еткереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Республиканың тулайым төбәк продуктында сауҙаға 16 процент тура килә. Хеҙмәт йәшендәгеләрҙең 13 проценты тап һатыу итеү менән шөғөлләнә. Шуға ла тармаҡтың йылдам үҫешен тәьмин итеү мөһим ,тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Сауҙа өлкәһендәге төп мәсьәлә монополизмға бәйле. Эре селтәрҙәр ваҡтарын йотоп бөтөрөп бара. Шуға ла республика властары федераль супермаркеттар селтәренең береһенә Башҡортостандың муниципаль райондарында һатыу нөктәләре асыуҙы тыйҙы. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, ритейлдың апппетитын сикләргә ваҡыт етте.

Башҡортостанда йәш ғалимдарға 1 миллион һумлыҡ 30 грант бүлеү мөмкинлеге ҡарала. Фәнни эҙләнеүҙәргә маҡсатлы фиананс ярҙамды биреү тәртибе лә бөгөнгө кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылды.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан Рәсәйҙә йәш ғалимдарҙы дәртләндереү сараларын күргән тәүге төбәктәрҙең береһе. Был эш республиканың 2030 йылға тиклем раҫланған үҫеш стратегияһы нигеҙендә алып барыла.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин