Өфөлә троллейбус пассажирҙарын ток һуҡҡан

20 мартта Лиана Сомова дүрт йәшлек ҡыҙы менән электр транспортына ингәндә, ишектәге таянғысҡа тотона һәм бәләгә тарый. Электр көсөргәнеше ҡатынды ергә ырғыта, ә бала салонға йығыла. Зыян күреүселәр менән хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина осрашты.

Лиана Сомова ҡыҙын етәкләп троллейбусҡа инеп барғанын аныҡ хәтерләй. Ҡалғаны - томандағы кеүек. Аяҡтарын тоймай башлай, ергә ҡолай. Күҙҙәрен асып ебәрһә, балаһы салон иҙәненә йығылған, кескәй Вика янында кондуктор. Йәш әсә лә ҡыҙы янына йүгерә, әммә ишек аша үтә алмай, электр көсөргәнеше тағы ла ергә ырғыта

Лиана Сомова, зыян күреүсе: «Ошо мәлдә генә водитель мине күреп ҡалып, ток менән һуғылғанымды аңланы, буғай. Троллейбустың ток ҡабул итеүсе штангаларын төшөрҙө, артабан кондуктор менән пассажирҙарҙы һуңғы ишектән сығара башланылар».

Йәш әсә ҡыҙы менән туҡталыштағы эскәмйәгә ултыра һәм «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырта. «Балам ҡулдарының һыҙлауына түҙә алмай иланы», - ти ул. Үҙе дүрт сәғәт тирәһе шаңҡыу хәлендә була, аяҡтары, ҡулдары ҡалтырана. Дауахана табиптары иһә зыян күреүселәрҙең ғүмерҙәренә хәүеф янамауын билдәләп, өйҙәренә кире ҡайтара.

Вика Сомова, Лиана Сомованың ҡыҙы: «Бармаҡтарым һыҙланы, әсетте, әйтерһең дә, тауыҡ бер туҡтауһыҙ суҡығандай тойолдо. Ныҡ ҡурҡттым».

Ҡатындың һаман аяҡтары һыҙлай, башы ауырта. Шулай ҙа кәйефе күтәренке. Шулай ҙа уның башҡа электр транспортына ултырырға теләге юҡ. 20 мартты әсә икенсе тыуған көндәре тип билдәләргә лә йыйына. Ни тиһәң дә, электр көсөргәнеше тағы ла юғарыраҡ булғанда, барыһы ла аяныслы тамамланыуы ихтимал ине. Статистика ҡыуандырмай. Рәсәй буйлап ҡына түгел, сит илдәрҙә лә электр транспорты ишегенең таянғысына тотоноп, токтан һуғылып реанимацияға эләгеүселәр, хатта, һәләк булыусылар ҙа бар. Өфөләге осраҡ буйынса иһә, троллейбусҡа техник файҙаланыуға тикшереү ойошторолған, ул шул уҡ көндө 13-сө маршрут буйынса хәрәкәтен дауам иткән.

Өфө электр транспорты идаралығында троллейбус эсендә пассажирға ток һуғыу мөмкинлеген иңҡар иттеләр. Зыян күреүсе ҡатын иһә башҡа күңелһеҙ осраҡтарҙы булдырмау маҡсатында хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжғәт иткән

Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү уҙғарасаҡ. Шулай уҡ Лиана Сомова йәмәғәт транспортынан матди һәм әхлаҡи зыян өсөн компенсация алыуға судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина