Матурлыҡ өсөн ҡармаҡ

Телефон һәм социаль селтәрҙәр аша клиенттар йәлеп итеү. Матурлыҡты бушлай өләшеүсе компаниялар сыбарлығынан бөгөн күҙ ҡамаша. Әммә ысынбарлыҡта ҡатын-ҡыҙҙарға күҙ асып йомған арала күтәрә алмаҫлыҡ суммалар, кредиттар, штрафтар һәм коллекторҙар янауы өҫтәлә.

Медицина һауыҡтырыу үҙәге исеменән эшләүсе менеджерҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙы көнө буйы телефондан шылтыратып үҙҙәренә бушлай тикшереү үтергә саҡыра. Яғымлы һөйләшеүсе, матур йөҙ булдырыр өсөн тауҙай вәғәҙәләр биреүсе теле-телгә йоҡмаған оҫта әңгәмәсе алдында баҙап ҡалыусылар ҙа була. Әммә көслө психологик баҫым һөҙөмтәһендә күптәр был процедураны үҙҙәре үк татып ҡарарға була. Әммә бушлай тәҡдим ителгән хеҙмәттәргә юғары процентлы банк кредиттары тағылыр тип гүзәл заттар башына ла индермәй.

Әммә күтәрә алмаҫлыҡ юғары процентлы кредит тағылғанын аңлағанда бик һуң була. Матурлыҡ һәм йәш ҡиәфәт вәғәҙә итеүсе бындай нөктәләрҙә беҙҙең ижади төркөм йәшерен камера менән йөрөнө. Ысынлап та, матурлыҡ өләшеүсе компаниялар ҡатын-ҡыҙҙарҙы социаль селтәрҙәрҙән тыш таныштары биргән телефон аша ла эҙләп таба. Әммә писхологик алымдарға оҫта өйрәтелгән менеджерҙар клиенттың күңелен яулап алыу, арбау өсөн нимә генә эшләмәй. Әммә улай-былай иткәнсе килешеү төҙөлгән, имзалар ҡуйылған булып сыға.

Ысынында иһә, матурлыҡты ҡосаҡ -ҡосаҡ өләшеүсе был офистарҙа белгестәргә алдан әҙерләнгән текст буйынса яғымлы, ышандыра торған йомшаҡ тауыш менән шыма итеп аралаша.

Эльвира бер-нисә йыл элек «Ламерель» компанияһында эшләгән. Ҡыҙҙың махсус медицина белеме булмай, шуға ла ул косметолог ярҙамсыһы булып эшкә урынлашҡан. Ул клиенттың битенә йәшәртә торған процедуралар эшләй, биттәге һырҙарға ҡаршы бер сумаҙан косметика һата.

Эльвира Хәтмуллина: «Башта процедураны биттең ярты өлөшөнә, һуңынан икенсе яртыһына эшләнек. Бөтә клиенттарыбыҙға ла битегеҙ үҙгәрҙе, һырҙарығыҙ тартылды тибеҙ. Бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмағанда ла беҙ был һүҙҙәрҙе әйтергә тейеш инек. Әгәр ҙә косметика менән һатыуың бармаһа, был хеҙмәткәрҙе эшенән ебәрәләр».

Социаль селтәр һаман да «Ламерель» Өфө компанияһы Карл Маркс урамында тигән мәғлүмәт бирә. Сумаҙан тулы матурлыҡ өләшеүсе компанияның ҡайҙалығын, ниндәй исем менән эшләүен бер кем дә әйтә алмай.

Ҡасандыр был бинала «Ламерель» косметика компанияһы офисы урынлашҡан. Бөгөн бында компания юҡ, хеҙмәткәрҙәр ҙә һыуға төшкән кеүек ғәйеп булған. Бында матур һәм йәш булып ҡалырға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ҡумта тулы косметика һатҡандар. Ҡатын-ҡыҙҙар матурлыҡ өсөн оҙайлы кредит түләй, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән тоҙаҡҡа эләгә.

Хаҡлы ялдағы Тәнзилә Бирҙекәйева ла телефондан косметологик курс үтеү өсөн бушлай саҡырыу ала. Бәйләнештең икенсе осондағы ҡатын-ҡыҙ тауышы шул тиклем ышаныслы итеп аңлата, геройыбыҙ шунда уҡ барлыҡ донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып, бушлай матурлыҡ өләшеүселәр янына ашыға. «Идиллия» матурлыҡ компанияһында уға кофе тәҡдим итәләр. Һый тамамланыуға ҡулында ҡултамғаһы менән бер юл ике килешеү ҡағыҙы була.

Хаҡлы ялда пенсияһына тыныс ҡына йәшәп ятаһы урынға, Тәнзилә Бирҙекәйеванан бер юлы ике банкҡа шатрафтары һәм әхләҡи зыян өсөн пенсияһы тотола. Ике банкка кредит түләүҙәре 200 мең һум тәшкил итә. Ҡатындың һаулығы ҡаҡшаған, күптән түгел ҡатмарлы операция үткәргән. Булмаған матурлыҡ курстары өсөн түләргә һаулығы һәм пенсияһы етерме?

Ҡыҙғынысҡа ҡаршы, беҙҙең республикала йәшлек һәм сибәрлек вәғәҙә иткән косметологик компаниялар төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша. Киң мәғлүмәт саралары уларҙы фашлап күрһәтеп тора, әммә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һаман да алданып бер үк тырмаға баҫыуын дауам итә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова