Бөгөн Өфөнән бер төркөм ирекмәндәр Яңы Александровка ауылындағы эттәр приютына ашамлыҡтар килтерҙе

Акцияла баш ҡаланың 160-сы гимназияһы, 5-се лицей һәм 13-сө коррекция мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. «Изгелек» фонды тарафынан ойошторолған приютта 400-ҙән ашыу эт тотола. Сараны ойоштороусы Ләйсән Хәйруллина әйтеүенсә, был сама йәнлектәрҙе аҫрауы ауыр. Шуға күрә улар мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән бындай сараларҙы йыш ойоштора.

Фото №1 - Бөгөн Өфөнән бер төркөм ирекмәндәр Яңы Александровка ауылындағы эттәр приютына ашамлыҡтар килтерҙе

Уҡыусыларҙа хайуандарға ихтирамды бәләкәйҙән тәрбиәләү мөһим. Шуға күрә бындай сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайбыҙ, ти баш ҡаланың 13-сө мәктәп-интернат уҡытыусыһы Гөлсирә Баймырҙина. Икенсенән, эттәр ҙә, балалар ҙа туйғансы уйнап, күңел асып ҡайталар.

Авторы: Таһир Вәхитов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ