Республикала ул Өфөнөң Киров һәм Калинин райондарында һәм Ишембай ҡалаһындағы пункттарҙа ойошторолдо. Һынауҙар 11 апрелгә тиклем дауам итә.
Матур көй металл эҙләү ҡоролмаларыныҡы. Кейемдәге тимер төймәләрҙе, ҡайыш ҡаптырмаһын тойоп шундай тауыш сығара. Баштан аяҡ тикшерелгәндән һуң ғына имтихан тапшырыусылар мәктәптең һынау ойошторолған майҙанына үтә ала. Талаптар элеккесә - паспорт, ҡара гель ручка, һыу һәм шоколад ҡына алып инергә мөмкин. Һынауҙың быйылғы үҙенсәлегенә килгәндә, теркәү бланктары имтихан сәғәте башланғас та принтер аша сығарылып бирелә.
Бөгөн илдә алдан Берҙәм дәүләт имтиханы география һәм информатиканан үтә. Иртәнге сәғәт унда башланған экзамен информатиканан 3 сәғәт тә 55 минут, географиянан 3 сәғәт дауам итә. Өфөләге 11-се Аксаков гимназияһында 57 кеше информатиканан һәм 9 кеше географиянан һынау тотоу өсөн ғариза яҙған. Ҡыйғы районы егете Рөстәм Әлтәпов информатиканы һайлаған. Мәктәптән һуң Себерҙә эшләп йөрөгән егет юғары уҡыу йортона инергә иҫәп тота. Былтыр ул төп предметтанрҙан ғына имтихан тапшырған.
Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда быға тиклем тейешле балл йыя алмаусыларға, мәктәпте үткән йылдарҙа тамамлаусыларға, техникум, лицей, колледж һәм училище студенттарына, икенсе илгә йәшәргә китергә йыйыныусыларға, һынауҙың төп этабы ваҡытында төрлө халыҡ-ара олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға рөхсәт ителә. Шулай уҡ был хоҡуҡ менән сәләмәтлеге буйынса төп этапҡа килә алмаусылар ҙа файҙалана ала.
Нурия Кәримова, Башҡортостан мәғариф министрлығының бүлек мөдире: «Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу өсөн 921 кеше теркәлгән. Ғариза биреүселәр башлыса элекке йылдарҙа уҡыу тамамлаусылар».
Имтихан пункттары Башҡортостанда Өфөнөң Киров һәм Калинин райондарындағы мәктәптәрҙә һәм Ишембай ҡалаһында ойошторолған. Шпаргалка ҡулланыу мөмкинлеге юҡ, күршеңдән дә күсереп булмай. Бары баштағы белем генә ярҙам итә ала. Берҙәм дәүләт имтиханы ғәҙел үтһен өсөн бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙ уңында тотолған.
Ваҡытынан алда имтихан тапшырыусылар өсөн һынауҙар 21 марттан 11 апрелгә тиклем үтә. Төп этап 28 майҙан 2 июлгә тиклем һәм өҫтәмә осор - 4 сентябрҙән 15 тиклем.





