«Өсөнсө быуын» халыҡ университеты ойошторолоуға 5 йыл

Ошо уңайҙан бөгөн баш ҡалала төрлө төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыу үтте. 2011 йылда республикала ғәмәлгә ашырыла башлаған махсус программа оло йәштәгеләрҙе хәҙерге йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн шарттар тыуҙыра. Бөгөнгө көнгә тиклем университетта хаҡлы ялдағы 86 меңләп кеше белем алған.

Университетта оло йәштәгеләрҙе компьютерҙа эшләргә, инглиз, француз, башҡорт телдәренә, ғаилә психологияһы нигеҙҙәренә өйрәтәләр. Уҡытыу 50-нән ашыу йүнәлештә алып барыла. Түңәрәк дата уңайынан ойошторолған күргәҙмә оло быуын вәкилдәренең ҡул эштәренән ойошторолғайны.

Авторы: Азат Ғәлиуллин