Ул быйыл 23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Тамашасыны ҙур матурлыҡ һәм һомғоллоҡ байрамы көтә. Билдәле булыуынса, сираттағы конкурс телемарафон форматында барҙы. Һылыуҡайҙар милли кейемдәрҙә һыу аҫтында фотоға төштө, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды, балетта һәм ҡул эштәрендә оҫталыҡтарын күрһәтте.
Башҡорт һылыуҡайҙары тураһында төшөрөлгән 10 сериялы тапшырыуҙы телевизор ҡараусылар беҙҙең медиахолдигта ҡарай алды. Әле ҡатнашыусылар финал концертына әҙерләнә, роликтарҙа төшә, кейем-һалым һәм бейеү номерҙарын күрһәтергә йыйына, сәхнә телмәрен камиллаштыра.





