Сарала Башҡортостандың һауыҡтырыу лагерҙары һәм туроператорҙары вәкилдәре ҡатнашты. Улар яҙғы-йәйге миҙгелгә тәҡдимдәр менән таныштырҙы. Йәрминкә сиктәрендә балалар туризмын ойоштороу һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләренә, төбәк-ара әһәмиәттәге программаларҙы үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Быйыл республиканан 390 меңдән ашыу бала йәйге лагерҙарҙа каникулдарын файҙалы итеп уҙғарыр, тип көтөлә.
Йәрминкәлә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Улар республикала эшләп килгән балалар һауыҡтырыу лагерҙары менән яҡындан танышты. Сарала балалар ижади коллективтары музыкаль номерҙар менән сығыш яһаны.





