Бөгөн Силәбелә үткән дүртенсе осрашыуҙа хужалар 4-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Юлаевсыларҙан берҙән-бер шайбаны Теему Хартикайнен индерҙе. Киләһе уйын 23-сө мартта Өфөлә үтә. Көнсығыш конференцияның финалына сығыу өсөн яҡтарҙың береһенә тағы ла ике тапҡыр еңергә кәрәк. Икенсе ярымфиналға килгәндә, бөгөн Магнитогрскиҙың «Металлург» клубы йәнә «Аҡ барс» хоккейсыларынан отолдо. Иҫәп - 2:3.





