Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 51-се ултырышында сығыш яһаны.
Инеш һүҙендә, Рөстәм Хәмитов 18 мартта үткән Рәсәй Президенты һайлауҙары темаһына туҡталып үтте. Һайлауҙарҙа Владимир Путин еңде, ул беҙҙең республикабыҙ өсөн күп эшләй, төбәк етәкселәрен һәр саҡ хуплап тора. Шул уҡ ваҡытта Президент яңы маҡсаттар ҡуя, уларҙы үтәү байтаҡ көс талап итә, тип билдәләне Республика Башлығы.
Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 7-се урында. Рәсәйҙең туристик рейтингта 11-се, Волга буйы федераль округта 2-се урынды биләйбеҙ. Былтыр беҙгә 2 млн. турист килгән, улар араһында 100 мең сит ил граждандары.
Сәнәғәт өлкәһе лә үҙгәрә. Салауат ҡалаһында яңы акрил комплексы эш башланы, “Башнефт”тә таҙартыу ҡоролмалары сафҡа инде. Затон йылылыҡ-энергетика үҙәгенең төҙөлөүе тамамланды, тәбиғәт һаҡлауға күп көстәр йүнәлтелде.
Ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса ла республика яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Башҡортостан торлаҡ төҙөү буйынса алдынғылар рәтендә. Ҡариҙел районында күпер төҙөлдә, Тимашев үткәргесендә лә актив эштәр бара. Быларҙың барыһы ла республика бюджетына төҙөлә.






