Мәктәп уҡыусыларына – эш

Өфөнөң йәштәр мәшғүллек үҙәге балаларҙың каникулын хәүефһеҙ, файҙалы итеп уҙғарыу маҡсатында махсус акция уҙғара. Ошо маҡсатта бөгөн үҙәккә 14 йәше тулған мәктәп уҡыусылары, төрлө һөнәрселек колледжы студенттары килде.

Сараның маҡсаты бәлиғ булмаған балаларҙы эш менән тәьмин итеү. Акция сиктәрендә үҙәк хеҙмәткәрҙәре «Кем ул ирекмән?», «Мутлашыусылар ҡулына нисек эләкмәҫкә?» тигән темаларға әңгәмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Шулай уҡ программа барышында балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрҙәре буйынса һорауҙарға яуаптар алды. Йәштәрҙең мәшғүллек үҙәге бындай акцияларҙы шулай уҡ ҡышҡы, йәйге каникулдар алдынан да уҙғара. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, мәктәп уҡыусылары ғәҙәттә, тәүлегенә ике-өс сәғәт официант, курьер булып эшләй. Һөҙөмтәлә улар каникулда китап уҡыуҙан тыш, эшкә өйрәнә, тәжрибә туплай

Авторы: Фәниә Юланова