Өфөнөң «көнсығыш ҡапҡаһы” төҙөлөшө 2018 йылдың икенсе яртыһында башланыуы ихтимал

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе. Көнсығыштан М5 трассаһына сығыу юлы тураһындағы һорауҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мөсәбиров бирҙе.

Тоннель төҙөлөү тураһындағы һорау депутаттарҙы ғына түгел, ябай халыҡты ла борсой. Ҡала йәшәүселәре трасса төҙөлөшөн инде 15 йыл көтә.

Рөстәм Мәрҙәнов был проекттың инвистиция йәлеп итеү йәһәтенән ҡатмарлы икәнлеген билдәләне. Юл төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса алыу бик мөһим. Әлегә был мәсьәлә хәл ителә, уңышлы дауам итһә төҙөлөш 2018 йылдың 3-сө кварталында башланасаҡ.