Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостанда һөткә хаҡтар контролгә алынасаҡ тип билдәләне

Депутаттар корпусы менән әңгәмә ваҡытында Башҡортостан Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа һөт хаҡы тураһында һорау бирелде.

Баҡтиһәң, һөт заводтары урындағы фермерҙарҙан продукция һатып алмай. Компаниялар был продуктҡа түбән хаҡ ҡуя. Фермерҙар депутаттарҙан ярҙам һорай, сөнки һөттө һатыу хаҡы ҡырҡа осһоҙая – 22 һумдан, 17 һумға тиклем төшкән.

Рөстәм Мәрҙәнов бындай хәл беҙҙең баҙарға хас, тип билдәләне. Был һорау Рәсәй кимәлендә лә ҡарала, саралар ҙа ҡабул ителә. Тәү сиратта, башҡа илдәрҙән һөт индереү тыйыла.

– Эшкәртеүселәр һөттө үҙебеҙҙең фермерҙарҙан ғына һатып алһын өсөн саралар күрәбеҙ. Әммә хаҡ билдәләү беҙҙең көстән килмәй. Әгәр был хәл бөгөнгөләй дауам итһә, Башҡортостан Хөкүмәтенә Ауыл хужалығы министрлығы менән бергә мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә тура киләсәк, тине Рөстәм Мәрҙәнов.