Рөстәм Хәмитов билләләүенсә төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә, финанс тотороҡлоҡ һаҡлана. Халыҡтың тормош сифаты яҡшыра, шәхси банк иҫәбендә һаҡланған аҡсп күләме арта, автомобиль һатып алыусылар күбәйә.
2017 йылда килем күләме тәүге тапҡыр 201 миллиард һумға еткән. Яңы предприятиелар асыла, етештереү ҡеүәте арта.
Шул уҡ ваҡытта проблема ла бар, инвестициялар йәлеп итеү аҡһай. Республика башлығы быйыл был өлкәлә уңышҡа өлгәшеү бурысын ҡуйҙы.





