Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Дюртөйлө, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларының кадет корпустары һәм кадет синыфтары уҡыусылары ҡатнаша.
Конкурс бер-нисә этаптан тора. Кадеттар тест һорауҙарына яуап бирә. Янғын хәүефһеҙлеге, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса практик белемдәре тикшерелә .Пистолеттан атыу, автомат һүтеп йыйыуҙа көс һынаша.
Конкурс ике йәш төркөмөндә: 5-8 һәм 9-11синыфтар араһында үтә. Республиканың иң яҡшы кадеты артабан Рәсәй буйынса ойошторолған конкурсҡа ебәреләсәк.







