Башҡортостанда 2017 йылда 18 меңдән ашыу юғары технологиялы операциялар яһалған

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов медицина ярҙамына бәйле һорауҙарҙы ла ситләп үтмәне. Был өлкәләге күрһәткестәр йылдан-йыл үҫә.

Медицина тармағын яңыртыу өсөн йыл һайын 780 миллион һум бүленә, 2017 йылда был суммаға өҫтәп тағы 230 миллион бирелде. Һөҙөмтәлә юғары технологиялы операциялар иҫәбе 370-кә күбәйҙе. Ғөмүмән республика хирургтары замана шарттарына ярашлы 18 меңдән ашыу операция үткәргән.

– Бынан тыш, “Һаҡсыл поликлиника” системаһы сафҡа индерелде. Уның ярҙамында поликлиникала сираттар һанын кәметергә мөмкин, тимәк хеҙмәтләндереү сифаты ла юғарыраҡ була. Республика, федераль үҙәк мөмкинлектәрен ҡулланып эшкә яңы технологиялар индерә, - тип һөйләне Рөстәм Мәрҙәнов.

Фото №1 - Башҡортостанда 2017 йылда 18 меңдән ашыу юғары технологиялы операциялар яһалған
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ