Башҡортостан юлдарын ремонтлау авариялар иҫәбен кәметеүгә йоғонто яһаны

Башҡортостанда юл фажиғәләре кәмегән. Рөстәм Мәрҙәнов фекере буйынса, был республика трассаларының ремонтланыуы менән бәйле.

Юл төҙөкләндереү өлкәһендә яҡшы динамика күҙәтелә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проектының тормошҡа ашырыуына 13,4 миллиард һум йүнәлтелде.

1200 саҡрым юл һәм күпер норматив шарттарға яраҡлаштырылды. Һөҙөмтәлә авариялар иҫәбе лә кәмене. Әгәр алдан күрһәткестәр 5% булһа, хәҙер ул 3,8%, тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры.

Фото №1 - Башҡортостан юлдарын ремонтлау авариялар иҫәбен кәметеүгә йоғонто яһаны
Волна
Акции БСТ