60 йәшлек водителде 4 кешенең үлеме өсөн хөкөмгә тарттырҙылар

Үлемесле авария 2013 йылда, Шишмә районында була.

Фото №1 - 60 йәшлек водителде 4 кешенең үлеме өсөн хөкөмгә тарттырҙылар

Өфөнән Раевкаға юлланған автобусҡа ҡаршы килгән “Камаз”дың арбаһы ысҡынып китә. Авария һөҙөмтәһендә автобус водителе һәм өс пассажир вафат була, тағы ике пассажир ҡаты яралана.

“Камаз” водителенең юлға сығыр алдынан машинаһының техник торошон тикшермәүе асыҡлана. Ир ғәйепле тип танылды һәм биш йылға иркенән мәхрүм ителде.

Фото №2 - 60 йәшлек водителде 4 кешенең үлеме өсөн хөкөмгә тарттырҙылар
Фото №3 - 60 йәшлек водителде 4 кешенең үлеме өсөн хөкөмгә тарттырҙылар
Волна
Акции БСТ