Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙҙы үлтергән егеткә ҡаты хөкөм сығарылды

Мишкә районынан 21 йәшлек егеткә ҡарата Башҡортостандың Юғары суды хөкөм ҡарарын сығарҙы.

2017 йылдың 17 мартында егет көнләшеү арҡаһында һөйгән ҡыҙын һағалап тороп, муйынына, башына, күкрәгенә һәм иңбашына 25 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Ҡот осҡос хәлде ҡыҙҙың туғаны күреп ҡала һәм ярҙам итергә тырыша, әммә егет уға ла бысаҡ менән ташлана. Бәхеткә күрә, уға зыян килмәй. Үлтереүсе енәйәт урынынан ҡаса, әммә полиция уны тиҙ таба.

Енәйәт ҡылыусы «Үлтереү менән янау» һәм «Ҡанһыҙ рәүештә үлтереү» статьялары буйынса ғәйепле тип танылды. Ул 16,5 йылға иркенән мәхрүм ителде, унан һуң тағы ла ике йылға иркенән сикләнде. Шулай уҡ, егет ҡыҙҙың атаһына һәм әсәһенә берешәр миллион һум түләргә тейеш.