Тышта ҡар яуа, ҡар яуа

Иртәгә республикала һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ.

Юлдаш радиоһы хәбәр итеүенсә, һауа температураһының республикала төндә -6, -11, урыны менән -16 градусҡаса түбәнәйәүе, көндөҙ -1, -6 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Өфөлә төндә -7, -9, көндөҙ -1, -3 градус һалҡын.

Алдағы ике көндә яуым-төшөмдөң кәмеүе көтөлә.