Бөгөн Өфөлә VI халыҡ-ара телдәр фестивале башланды

Байрамды Өфө дәүләт нефть техник университеты ойоштора. Быйыл ул Башҡортостан менән ЮНЕСКО-ның 20 йыллыҡ хеҙмәттәшлегенә арналған.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә VI халыҡ-ара телдәр фестивале башланды

Фестивалдә донъяның 40 төрлө телендә һөйләшкән студенттар ҡатнаша. Байрам киске алтыла ҙур концерт менән тамамлана.

Барлыҡ теләүселәр Орджоникидзе мәҙәниәт йортонда “Наурыҙ дуҫтарын йыя” концертын ҡарай ала. Сара 18:00 сәғәттә башлана.

Фото №2 - Бөгөн Өфөлә VI халыҡ-ара телдәр фестивале башланды
Волна
Акции БСТ