Был ялдарҙа баш ҡалабыҙҙа йәнә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Унда Өфө халҡы өсөн аҙыҡ-түлектең киң ассортименты тәҡдим ителә.
Сауҙа ике майҙанда ойошторола: Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” скверы алдында һәм Спорт һарайы алдында.
Йәрминкә иртәнге сәғәт ундан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәте.





