Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет тәҡдим ителде

Депутаттар алдында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса республика алдынғылар иҫәбендә, финанс тотороҡлоҡ һаҡлана, халыҡтың йәшәү шарттары яҡшыра. 2017 йылда төбәк бюджетының килем өлөшө тәүге тапҡыр 200 миллиард һумды ашҡан.

Шулай уҡ Башҡортостанда акрил кислотаһы заводы, Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге кеүек ҡеүәтле объекттар сафҡа индерелде, «Башнефть» компанияһында таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырылды. Әле Ҡытай инвесторҙары менән берлектә Благовещенда тракторҙар йыйыу, ә Әбйәлил районында «Ласелсбергер» заводын төҙөү буйынса эш бара.

Авторы: Рәмзиә Кәримова