Көслө епшек ҡар яуыу сәбәпле, юлдарҙа хәл ҡатмарлаша

Һалған ҡар, боҙлауыҡ транспорт хәрәкәтенә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Иртәнге сәғәттәрҙән үк Өфөлә юл-транспорт ваҡиғалары артты. Өфө районының Булгаков ауылы эргәһендә мәҫәлән, бер юлы 10 автомобиль бәрелеште, 5 кешенең йәрәхәтләнеүе тураһында билдәле.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы сәфәрҙәгеләргә айырыуса иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү именлекте тәьмин итергә мәмкинлек бирәсәк тигән фекерҙә белгестәр. Көслө яуым-төшөм киләһе көндәрҙә лә һаҡланасаҡ. Һауа температураһы күтәрелеп,ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ла фаразлана.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин