Ҡанһыҙ рәүештә 16 йәшлек ҡыҙҙы үлтергәне өсөн 20 йәшлек егеткә бөгөн хөкөм ҡарары сығарылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Мишкә районында яуапһыҙ мөхәббәттән интеккән Өфө студенты лицей уҡыусыһын 33 тапҡыр бысаҡ менән сәнскеләп һәләк иткәйне. Асыҡланыуынса, хөкөм ителеүсе быға тиклем дә үҙенең ҡорбанына ошондай аҙымға барасағын белдереп смс-янауҙар ебәргән була.

Фото №1 - Ҡанһыҙ рәүештә 16 йәшлек ҡыҙҙы үлтергәне өсөн 20 йәшлек егеткә бөгөн хөкөм ҡарары сығарылды

Был хәлде белеп ҡалған ҡыҙҙың ата-әсәһе полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, әммә хоҡуҡ һаҡсылары егетте яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы урынлы тип тапмай. Ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған өсөн Юғары суд егетте 16 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итте.

Авторы: Ахат Ғәлиуллин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ