Архангел районы Абҙан ауылында саңғы ярышы үтте

Ул урындағы мәктәптә 1973-1992 йылдарҙа физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән Рәис Фәйзуллин иҫтәлегенә ойошторолдо.

Талантлы педагог, тыл һәм хеҙмәт ветераны бихисап спорт мастерҙарына кандидат әҙерләй, уның уҡыусылары бөгөн үҙҙәре үк саңғы ярышы буйынса республика призерҙарын үҫтерә. Абҙанда уҙғарылған сарала йөҙгә яҡын кеше үҙ көсөн һынап ҡараны, Кубок Тирәкле мәктәбенең йәш спортсыларына эләкте.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина