Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларын тапаған водителгә хөкөм сығарҙылар

Башҡортостандың Тәфтишселәр комитеты хәбәр итеүенсә, фажиғә сәбәпсеһе өс йыл төрмәлә ултырасаҡ.

Хәл-ваҡиға үткән йылды Туймазы районында була. ВАЗ-21150 автомобилен йөрөткән 26 йәшлек водитель юл буйында китеп барған 12 мәктәп уҡыусыһын тапай. Һөҙөмтәлә дүрт бала төрлө яралар ала. Бер уҡыусы реанимацияға эләгә, ул бөгөн дә дауа алып йөрөй. Бынан тыш, авария ойошторған ирҙең водитель таныҡлығы булмағаны асыҡлана.

Суд водителде 3 йылға азатлыҡтан яҙҙы.

Фото №1 - Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларын тапаған водителгә хөкөм сығарҙылар
Волна
Акции БСТ