Аҙнаның һуңғы көнөндә һыуыҡ буласаҡ. Был турала республика синоптиктары хәбәр итә.
Багидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, 23 мартта йәнә ҡар яуасаҡ. Айырым райондарҙа еңелсә буран һәм боҙлауыҡ көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы -1, -6 градус, төнөн -6˚, -11˚ һалҡын буласаҡ.





