Ғүмер оҙонлоғо 80 йәшкә тиклем артырға, эшһеҙҙәр һаны кәмергә, ә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар фатирлы булырға тейеш

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай алдында үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ултырышта киләсәккә маҡсаттар ҙа билдәләнде. Рөстәм Хәмитов инвестициялар йәлеп итеүҙе арттырыу бурысын да ҡуйҙы.

Бөгөн ултырыштар залы ғына түгел, фойе ла фекер алышыу майҙанына әйләнгән. Был аңлашыла, Хөкүмәттең эшмәкәрлегенә тотош йәмғиәттең йәшәйеше бәйле. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, төп макроиҡтисади күрһәткестәр үҫә, финанс тотороҡлоҡ һаҡлана. Ябай ғына миҫал, былтыр автомобиль һатып алыусылар күбәйгән, кешеләрҙең шәхси кенәгәһендә һаҡланған аҡсаһы сағыштырмаса артҡан. Ҡаҙнаға килем тәүге тапҡыр 201 миллиард һумға еткән.

Һаулыҡ һаҡлау системаһы буйынса байтаҡ яңылыҡтар бар. Медицина өлкәһен тәртипкә килтереү өсөн киләһе өс йылда 15 миллиард һум аҡса талап ителә. 10 объект төҙөлөргә тейеш. Яңы онкология корпусына нигеҙ һалынған, быйыл кардиоүҙәктә яңы корпус төҙөлөшө башлана. Учалыла хирургия бүлеге ҡаралған. Шул уҡ ваҡыттта сабыйҙар үлемен кәметеү мотлаҡ, былтыр был һан үҫкән. Юғиһә, беҙ Рәсәй буйынса 70 урынға тиклем төшкәнбеҙ. Ғүмер оҙонлоғон арттыру бурысы ла тора, тине Хөкүмәт рәйесе.

Социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә былтыр 42 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Күрһәткестәрҙе кәметмәү өсөн көслө иҡтисад, етештереү ҡеүәттәренең артыуы мөһим. Былтыр инвесторҙар кәмегән. Рөстәм Хәмитов быйыл һанды арттырыу бурысын ҡуйҙы. Ете йылдан инвестицияларҙы 650 миллардҡа еткереү фарыз. Депутаттар сәнәғәтте үҫтереү фондын йәнләндереү эшмәкәрлекте көйләйәсәк тигән фекерҙә.

Белем биреү системаһына килгәндә, республика киләһе ике йылда балалар баҡсаһына сиратты кәметеү, икенсе сменаны бөтөрөү өсөн 1 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителә. Уҡыу йорттары юғары балл йыйған абитуриенттарҙы йәлеп итеү буйынса лидерҙар исемлегендә. Депутаттар белем усаҡтарын юғары тиҙлекле интернет, һөнәрселек колледждарын заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу проблемаһын да күтәрҙе.

Республика Башлығы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар темаһын да күтәрҙе. Рөстәм Хәмитов хакимиәт башлыҡтарына был категория менән даими эшләргә ҡушты. Меңдәрсә кеше яҙмышын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, һәр объект буйынса шәхсән эшләү мотлаҡ, тине ул.

Башҡортостанда акрил кислотаһы заводы, Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге кеүек ҡеүәтле объекттар сафҡа индерелде, «Башнефть» компанияһында таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырылды. Әле Ҡытай инвесторҙары менән берлектә Благовещенда тракторҙар йыйыу, ә Әбйәлил районында «Ласелсбергер» заводын төҙөү буйынса эш бара. Башҡортостандың юбилейы айҡанлы 107 объектты файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге төрлө йүнәлештә алып барылһа ла маҡсат бер - халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, матди хәлен нығытыу. Сөнки ааяғында ышаныслы баҫып торған, һау-сәләмәт кеше генә төбәк иҡтисадын күтәр файҙа килтерә ала. Шуға күрә лә Республика Башлығы Хөкүмәткә киләсәктә кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы.

Авторы: Рәмзиә Кәримова