Әле республиканың 100 йыллығына арнап төҙөлгән объектта тимер юлы өҫтөнән үтәсәк урҙаларҙы монтажлау башланған. Күләмле проект ғәмәлгә ашыу менән баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә транспорт хәрәкәте күпкә яҡшырыр тип көтөлә. Юбилей юл үткәргесендәге эш барышы менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
Юбилей объекты халыҡтың Республика Башлығы исеменә яҙған мөрәжәғәттәренән һуң 2016 йылда төҙөлә башланы. Сөнки тимер юлы аша үткән был участка водителдәрҙең күптәнге проблемаһына әүерелгән. Айырыуса иртән һәм кис бында ҙур ғына автомобилдәр тығыны хасил була. Шуға ла күптәр поезд үтеп киткәнен сәғәттәр буйы көтөп ултырырға мәжбүр.
Ике һыҙатлы юл үткәргестең оҙонлоғо 160 метрҙан ашыу. Проектта ике метрлыҡ тротуар төҙөү, тауыштан һаҡлаусы экрандар һәм таҙартыу ҡоролмаларын ҡуйыу күҙаллана. Проекттың беренсе өлөшөн төҙөү өсөн 900 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта эш 60 процентҡа теүәлләнгән.
Таяныстар араһына һалынған ҡоролмаларҙың һәр береһе 30 метрҙан ашыу. Силәбелә етештерелгән урҙалар Өфөгә тимер юлы составтары менән килтерелгән. Улар өҫкә ҡеүәтле крандар ярҙамында мендерелә. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, аҙ ғына тайпылыш та бар эште юҡҡа сығарыуы ихтимал.
Республиканың 100 йыллығына арнап төҙөлгән объект быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Кәрәкле материалдар, иң мөһиме финанстар менән өҙлөклөктәр юҡ, тип билдәләй күләмле эштәрҙе башҡарыусылар. Ә инде киләсәктә күперҙең икенсе сиратын сафҡа индереү ҙә ҡаралған.





