Республика халҡын тетрәткән ҡанһыҙ енәйәткә бөгөн нөктә ҡуйылды

Мишкә районында былтыр 16 йәшлек ҡыҙҙы күп тапҡырҙар бысаҡ менән сәнскеләп үлтереүсе егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән, мәктәпте алтын миҙалған тамамлап Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән студенттың был вәхшилегенә яуапһыҙ мөхәббәт сәбәпсе булғайны.

Юғары суд ултырышы тыныс шарттарҙа үтте. Хөкөм ҡарарын уҡыу сәғәттән ашыу барҙы. 16 йәшлек ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән егеттең енәйәт ҡылған көнө йәнә залдағыларҙың күҙ алдынан үтте.

Бысаҡ эҙе 30 тапҡырҙан да кәм түгел. Мишкә районында теүәл бер йыл элек теркәлгән ҡанһыҙ енәйәт тотош республика халҡын тетрәндерҙе. Яуапһыҙ мөхәббәттән интеккән егет 16 йәштәге ҡыҙҙы бысаҡ менән сәнскеләп һәләк иткәйне. Уның хатта, йөҙөн дә танырлыҡ булмай. Бәләгә тарыған яҡынына ярҙамға ике туған апаһы ла йүгереп килә, әммә йәберләүсене туҡтатырға көсө етмәй.

Асыҡланыуынса, хөкөм ителеүсе быға тиклем дә үҙенең ҡорбанына ошондай аҙымға барасағын белдереп смс-янауҙар ебәргән була. Был хәлде белеп ҡалған ҡыҙҙың ата-әсәһе полицияға ярҙам һорап өс тапҡыр ғариза яҙған. Әммә хоҡуҡ һаҡсылары уны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы ул ваҡытта урынлы тип тапмай.

Әйткәндәй, Суд ҡарары сығарылғанға тиклем дә хөкөм ителеүсе үҙенең психик тайпылышы булыуын хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә, ул махсус учреждениела дауаланыу үтә, ләкин бер ниндәй ҙә ауырыу асыҡланмай. Юғары суд егетте 16 йыл да 6 айға тиклем иркенән мәхрүм итте. Өҫтәүенә, суд ҡарарына ярашлы, хөкөм ителеүсе һәләк булған ҡыҙҙың ата-әсәһенә миллион һум күләмендә әхләҡи зыян түләргә тейеш.

Суд ҡарары сығарылды. Хөкөм ителеүсе язаһын алды. Ҡыҙын юғалтҡан ата-әсә тыныслыҡ табырға тырышып йәшәгән урынынан күсеп киткән. Енәйәтсенән алыҫыраҡ булыу өсөн.

Авторы: Азат Ғәлиуллин