Биш балалы Семеновтар ғаиләһе өс йыл элек Иглин ауылында шәхси йорт һатып ала

Әммә күп тә үтмәй өй төҙөлөшөндә техник ҡағиҙәләрҙең боҙолоуы асыҡлана. Ике ҡатлы йорттоң ҡыйығынан тамсылар тама, бүлмәләр дым тарта башлай. Ике йыл буйы суд тупһаһын тапап арыған ғаилә беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте.

Фото №1 - Биш балалы Семеновтар ғаиләһе өс йыл элек Иглин ауылында шәхси йорт һатып ала

Һәр иртә өсөнсө йыл дауам итә. Биш бала әсәһе ике ҡатлы йорттоң бүлмә стеналарындағы үңәҙҙәрҙе һөртөп сыға. Ҡыйыҡтан тамған һыуҙы йыйыу өсөн һауыт-һаба ҡуйыу, уларҙы ике-өс сәғәт һайын алыштырыу ҙа йорттағы көндәлек мәшәҡәткә әйләнгән.

Тоноҡ картина дым тартҡан өйҙә бер сәғәт эсендә камераның быялаһы боҫланыу һөҙөмтәһе. Ә был йортта береһенән-береһе бәләкәй биш бала үҫә. Өс йыл эсендә улар тамаҡ ауыртыуҙан яфаланып, дауаханала ятып сыға.

Шәхси йорт туйлағанда барыһы ла яҡшы кеүек тойола. Әммә бер аҙҙан өйҙөң төҙөлөшөндә техник ҡағиҙәләр боҙолоуы асыҡлана. Семеновтар балаларға иркен булһын тип, Өфөләге бер бүлмәле фатирҙарын һатыуҙарына үкенеп бөтә алмай.

Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, ҡышҡы һыуыҡтарҙа өйҙә йоҡлау мөмкин түгел. Шунлыҡтан улар йорт эргәһендә урынлашҡан мунсала төн үткәрергә мәжбүр булған. Ә иң бәләкәй сабыйға ни бары дүрт ай.

Ә көндәр йылытҡас күп балалы ғаилә ваҡытты күберәк саф һауала үткәрергә тырыша.

Ә етешһеҙлектәр буйынса төҙөүсенең үҙ яуабы. Һатып алғанда ғаилә башлығы әйтеүенсә, килешеүгә уға йорттоң хаҡын икеләтә әҙәйтеп ҡуйырға тәҡдим ителә. Төҙөүсе быны һалымды әҙерәк түләргә теләүе менән аңлата.

Андрей Семенов, Иглин ауылында йәшәүсе: «Әлбиттә, мин уның хәленә инергә тырыштым. Юридик яҡтан уйлап еткермәгәнмен, унан бер ниндәй ҙә расписка алманым. Беҙҙең дәғүәләргә ул хәҙер йортто бер миллионға һатып алдылар, етешһеҙлектәр бар ине, тип яуаплай».

Яңылышҡанын аңлайҙар ҙа, әммә һуң була. Зыян күреүселәр судҡа мөрәжәғәт итә. Йәш ғаилә хоҡуғын яҡлаусы адвокат фекеренсә, төҙөүселәр аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуырын алдан күҙаллаған.

Ирина Әғәҙуллина, адвокат: «Төҙөүсе, тимәк, етешһеҙлектәр булғанын белгән һәм килешеүгә икенсе хаҡ ҡуйҙыртҡан. Һатып алыусылар судҡа мөрәжәғәт итеп тулы сумманы талап итә алмаһын өсөн уйланылған юлдыр, тип уйлайым».

Беҙ ҙә торлаҡ алыу шарттары менән ҡыҙыҡһынып йорт һатыусылар менән бәйләнешкә индек.

Иглин районы суды йорт төҙөлөшө буйынса экспертиза һөҙөмтәләренән сығып, ғәйепләнеүсенән бер миллион һум күләмендә аҡса түләүҙе талап итә. Әммә төҙөүсе был ҡарарға риза булмай, Юғары судҡа аппеляция бирә. Ултырыш март аҙағына тәғәйенләнгән. Йәш ғаилә ғәҙел ҡарар сығарылырына ышана. Сөнки эксперттар был йортта йәшәүе хәүефле тип баһалаған.

Авторы: Фәниә Юланова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ