Өфө 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға әҙер

Был хаҡта бөгөн халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен һәм традицион сәнғәтте ойоштороу инспекторҙары белдерҙе. Башҡортостандың баш ҡалаһында юғары ҡунаҡтар төп саралар үтәсәк майҙандарҙы ҡараны. Улар иҫәбендә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы, Конгресс-холлдың кәңәшмә залдары һәм сәхнәһе. Сентябрь аҙаҡтарында был биналарҙа халыҡ-ара советтың Бөтә донъя конгресы үтәсәк, унда күләмле сараны әҙерләү һәм үткәреү тәжрибәһе өйрәнеләсәк.

Ольга Малони, фольклор фестивалдәрен һәм традицион сәнғәтте ойоштороу халыҡ-ара советы генераль секретаре: «Был саралар бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы. Беҙ Башҡортостан менән танышасаҡбыҙ. Делегаттарға һеҙҙең мәҙәниәт һәм йәшәйеш менән танышыу мауыҡтырғыс буласаҡ».

Авторы: Гүзәлиә Борханова