Кадеттар ярыша

Бөгөн баш ҡалала «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр профиле буйынса иң яҡшы кадеты» республика конкурсы үтте. Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Дюртөйлө, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларынан кадет корпустары һәм синыфтары уҡыусылары ҡатнашты. Конкурс бер- нисә этаптан тора.Кадеттар тәүҙә тест һорауҙарына яуап бирҙе. Янғын хәүефһеҙлеге, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса практик белемдәрен күрһәтте.

Фото №1 - Кадеттар ярыша

Тәлғәт Нәғимов, Башҡортостандың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методик үҙәге етәксеһе: «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен белеүҙәренә баһа бирелә. Шулай уҡ янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда тәү сиратта нимә эшләргә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә иғтибар бирәбеҙ. Конкурс бишенсе йыл рәттән ойошторола».

Уҡыусылар пистолеттан атыу, автоматты һүтеп-йыйыуҙа ла көс һынашты. Конкурс ике йәш төркөмөндә: 5-8 һәм 9-11синыфтар араһында үтте. Республиканың иң яҡшы кадеты исеменә дәғүә итеүселәр үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙә һәм кадет корпустарҙа үткән бәйгелә еңеүселәре. Республиканың иң яҡшы кадеты артабан Рәсәй буйынса ойошторолған конкурсҡа ебәрелә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ